+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Май 2019, 13:33

Бәпембә / Минзәлә ХӘЛИЛОВА

Минзәлә ХӘЛИЛОВА
Бәпембә
Бәп-бәп – бәпембә,
Үҫә тауҙың битендә.
Ҡояш менән игеҙәк,
Һары ғына түңәрәк.
Йомшаҡ һары битенән
Үбеп алды ел генә.
Бал ҡорто ла шаяртты,
Һары сәсенән тартты.
Бәпембәләй бәпкәләр
Йүгерешеп килделәр.
Һыйландылар. Эх, тәмле,
Тирә-яҡтар бик йәмле!
Бәпембәләр йылмая,
Бәпкәләр шат, ҡыуана.
Бәпкәләр үҫеп етер,
Бәпембә осоп китер.
05-2017
Читайте нас: