+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Май 2019, 12:06

Яҙғы йыр

Миңлегөл Тайсина
Яҙғы йыр
Яҙ ҡояшы һибә ергә
Йылы нурҙарын,
Һабантурғай тирә күктән
Моңло йырҙарын.
Серле лә һуң, гүзәл дә һуң
Эх, яҙ айҙары.
Ҡыштар үткәс, шау-гөр килә
Еҙем буйҙары.
Гөрләүектәр һикерешеп
Уйнап туймайҙар,
Күк күлдәкле күбәләктәр
Кәләш туйлайҙар.
Яҙҙың тәүге сәскәләре
Наҙға ҡойона,
Шаян елдәр һырға таға
Зифа ҡайынға.
Бар тереклек, күҙен ҡыҫып,
Йылмайып ҡарай...
Яҙғы таңда Зөһрә йондоҙ
Сәстәрен тарай...
Читайте нас: