+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Май 2019, 12:59

ЯҘ КИЛӘ / Хисмәт ЮЛДАШЕВ

Хисмәт ЮЛДАШЕВ
ЯҘ КИЛӘ
Яҙҙы көтөп талсыҡҡанмы,
Һынып ята талсыбыҡ.
Сыбыҡ ҡабып алған ҡарға
Ҡышты ҡыумаҡсы булып.
Сыбыҡтан ҡурҡып китергә
Бармай шул ҡыш ашығып.
Ҡарғаға оя ҡорорға —
Ҡарҙа ятҡан талсыбыҡ.
Ҡар өҫтөнә ямғыр яуа,
Ҡыш ҡыуыла ҡамсылап.
Хәҙер һыуҙар ташып инде —
Тормаҫ улар тамсылап.
Ҡаҙҙар ҡыуа бер ҡыҙыҡай,
Тотоп алып талсыбыҡ.
Яҙ килә, яҙ! Ҡояшлы яҙ!
Яҙға юҡ бер ҡаршылыҡ!
Читайте нас: