-6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Май 2019, 16:00
Мәңгелек ут яна
Шәриф БИКҠОЛ
Мәңгелек ут яна
Өс йөҙ исем ауыл уртаһында
Гранит ташҡа уйып яҙылған;
Яуҙа ауған өс йөҙ батыр даны
Мәңгелек Ут булып ҡабынған…
Өс йөҙ батыр ята
Өс йөҙ ерҙә,
Түшәктәре —
Төрлө илдәрҙә;
Исемдәре
Ҡәбер таштарында
Балҡып тора
Төрлө телдәрҙә…
Мәңгелек Ут яна —
Дан билдәһе…
Ташҡа өс йөҙ исем уйылған…
…Гранит һәйкәл
Кеше
Яңы яуҙан
Абай булһын өсөн ҡуйылған!..
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла