+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Май 2019, 11:47

Еңеү көнө / Айгөл Айытҡолова

Еңеү көнө / Айгөл Айытҡолова
| | Еңеү көнөн, тимен, юҡҡа ғына
Май айында байрам итмәйҙәр.
Юҡҡа ғына ләйсән ямғыры ла
Ерҙең битен йыуып үтмәйҙер.
Өр-яңынан тыуа тыуған Ерем,
Өр-яңынан ала һулышты.
Умырзая морнап, баш ҡалҡыта,
Ҡаплап эҙен яуҙың, һуғыштың.
Юҡҡа ғына, тимен, ҡыр ҡаҙҙары
Яҙҙар менән ҡайтмай иленә.
Яуҙа ауған һалдаттарҙың рухы
Беҙҙең менән бергә һөйөнә.
Юҡҡа түгел, тимен, йәм-йәшелдән
Йәшәү төҫөн кейә урмандар.
Яуҙан ҡайтҡан яугир олатайға
Алмаш булып үҫә уландар.
Үтте йылдар, үтер быуаты ла
Онотолмаҫ шанлы үткәндәр.
Еңеү өсөн беҙҙең олатайҙар
Берлинғаса барып еткәндәр.
Яҙҙар һайын хистәр яңырғанда
Яңыралар иҫке яралар.
Олатайым һүҙе сыңлап китә:
"Һеҙгә ҡала илем, балалар."
Васыяты ошо олатайҙың:
"Һеҙгә ҡала, улым, киләсәк!"
Именлеге илдең беҙҙең иңдә
Беҙ һаҡларбыҙ һине, Ер-Әсә!
Читайте нас: