-6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Май 2019, 11:00

МУСА ГӘРӘЕВ

Батырҙар онотолмай
Фәрит ВАХИТОВ
МУСА ГӘРӘЕВ
Лейтенант Гәрәевты полк командиры саҡырҙы.
— Ошонда бер нисә эшелон тупланған, — тип, ҡәләм менән һыҙып, картаға төрттө ул.
"Тимәк, тиҙҙән — осошҡа”, — тип уйлап ҡуйҙы Муса.
— Күрәм, Толочин станцияһы?
— Ашыҡма, —тине командир. — Вагондарҙа һуғыш ҡоралы түгел, халыҡтан талап йыйылған мөлкәт.
Гәрәев, аңланым, тигәндәй баш һелкте.
— Дөрөҫ уйлайһың, — командир уға тура ҡараны. — Вагондарға зыян килмәһен.
ИЛ-2 маркалы самолетты "эйәрләп” алғас, Гәрәев урау юл һайланы. Немецтарҙың зенитсыларына тап килмәҫкә тырышты. Көнсығыштан түгел, Көнбайыш яғынан яҡынлашты сәпкә.
— Бер эшелон юлға сыҡҡан да инде, — тип борсола атыусы-радист Александр Кирьянов.
— Йыландың башын өҙәбеҙ!— тип яуапланы Гәрәев. Һәм самолетты тәңгәл генә паровоз өҫтөнә килтереп, бомба люгын асты. Бер нисә секундтан паровоз шартлап юҡҡа сыҡты.
— Тейҙе! — тип шатланды Кирьянов.
Ошо уҡ алым менән улар Толочин станцияһындағы бөтә эшелондарҙың паровоздарын бомбаға тотоп сыҡты. Төтөн болот булып күккә күтәрелгәндә ИЛ-2 самолеты ҡайтыр яҡҡа юл алды…
Муса Ғайса улы Гәрәевҡа Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылдың 23 февралендә һәм 1945 йылдың 19 апрелендә бирелә. Ике Алтын йондоҙ миҙалы һәм Ленин ордены 1945 йылдың 2 май көнө бер юлы тапшырыла.
Рәссам Глеб Голубев.
Читайте нас: