+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Май 2019, 11:48

Батырҙар һәйкәле/Гөлнара Хәлфетдинова

Батырҙар һәйкәле/Гөлнара Хәлфетдинова
| | Таш бағананың йөҙөнә
Бик күп исем уйылған.
Ә иң өҫкә ҡыҙыл ғына
Йондоҙ элеп ҡуйылған.
Батырҙарҙың һәйкәленә
Ҡәнәферҙәр һалайыҡ.
Бер минутҡа тып-тын ҡалып,
Беҙ хәтергә алайыҡ.
Олатайҙар яуға ингән,
Һаҡлап тыуған ерҙәрен.
Килер матур көн хаҡына
Биргәндәр ғүмерҙәрен.
Бөйөк Ватан һуғышында
Дошмандарҙы еңгәндәр.
Ошо күктәр, ошо ерҙәр
Тыныс булһын, тигәндәр.
Читайте нас: