-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Май 2019, 17:51

Но пасаран/Әхиәр ХӘКИМОВ

(«Осар ҡоштар» повесынан)
Бер көн Кәрим урамдан ҡайтып керһә, өләсәһе:
— Әллә ҡайҙа йөрөйһөң. Мазһарың килгәйне. Зиннур ҡайтҡан, ти бит. Баҡсаға ҡаҙ тулған, ҡыуалаусы ғына ла юҡ, исмаһам, — тип ғәҙәтенсә орошоп ҡаршыланы.
Ҡаҙ ҡыуыу эшме ни ул! Кәртәгә баҫып, бер-ике һыҙғырыуы булды, ҡаҙҙар, ҡаңғылдашып, уттан ҡасҡан һымаҡ, юҡ булды. Ышаныслыраҡ булһын өсөн арттарынан таш бырғыны ла Кәрим Мазһарҙарға йүгерҙе. Сөнки Зиннур — Мазһарҙың атаһы Хәбибулла ағайҙың бер туған ҡустыһы.
Мазһарҙы күрһәң! Ағаһының ус яҫыуы йылтыр ҡайышын биленә быуып, башына зәңгәр ситле өр-яңы фуражка кейеп алып, болдорҙа кәнфит һурып ултыра. Шәп егет тә һуң Мазһар. Ҡайышты шунда уҡ дуҫына быуҙырҙы, ҡағыҙлы бер ус кәнфит бирҙе. Маҡтаныуына ла һис асыу килмәй.
— Вәт, малай, — ти был, күҙен йылтыратып. — Түшендә орден! Ҡыҙыл Байраҡ ордены... Испанияла булған... — Мазһар ҡабалана-ҡабалана һөйләй. — Эй... минең менән күрешкәндә, нипасарам, тип былайтыбыраҡ ҡулын күтәрҙе.
— Но пасаран, — тип төҙәтте Кәрим. — Фашисте үткәрмәйбеҙ, тигән һүҙ була беҙҙеңсә.
Өй эсе шығырым тулы ирҙәр. Күбеһенең ауыҙында оҙон һаплы, алтын биҙәкле папирос. Төтөн өҫтәлдә борҡорап ултырған самауыр тирәһендә болот булып урала ла, яҫы күк таҫмаға әүерелеп, түрҙәге асыҡ тәҙрәгә һуҙыла. Зиннур ағай — ҡояшҡа янған тулы йөҙлө, ҡырлас-текә танаулы, киң ҡашлы сибәр кеше — кителен ысҡындырып ебәреп, бер аяғын икенсеһе өҫтөнә салыштырып ултырып, һәр һүҙен йотлоғоп тыңлаған халыҡҡа ниҙер һөйләй.
Малайҙар, һоҡланыуҙан телһеҙ-өнһөҙ ҡалып, әле ҡунаҡ командирҙың яғаһындағы өс кубикка, түшендәге орденына, әле, ҡеүәтле хәрәкәт яһап, ҡулын һелтәүенә ҡарай ҙа бер-береһенең бөйөрөнә төртөшә.
Шунда ул ишек төбөндә тапанып торған малайҙарға иғтибар итте лә: Нихәл, егеттең аҫылдары! Ҡана, үҫеп буламы? Кем батырҙары былар? — тип йылмайып урынынан торҙо.
Кәрим иһә ҡулын йоҙроҡлап яурыны тәңгәленә күтәрҙе лә, ҡыҙарып:
— Но пасаран! — тине.
һәм ошо саҡ ул ҡапыл осоп киткәндәй булды. Зиннур уны, күтәреп алып, бер секундҡа ғына күкрәгенә ҡыҫты.
— Молодец, — тине ул, малайҙы иҙәнгә баҫтырып. — Ыласын йөрәкле егет булырһың. — Шунан уның кепкаһына алтын ситле ҡыҙыл йондоҙ беркетеп бирҙе. — Һаҡла, Испанияны урап ҡайтҡан йондоҙ ул!
Ҡыуанысынан ни эшләргә белмәгән Кәрим, кепкаһын сисеп, йондоҙҙо һыйпай. Өйгә ҡайтҡас та, таңғаса йоҡлай алмай, күңел ҡошо ҡанатланып, әллә ҡайҙарға оса. Үҙе, мендәр аҫтына ҡулын тығып, кепкаһын һәрмәй ҙә йондоҙҙоң үткер остары бармағына төртөлөүҙән бөткөһөҙ рәхәт таба.
Читайте нас: