+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Апрель 2019, 13:00

Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

— Ә минең аяҡтарым һигеҙ, үәт! — тип маҡтанды бер көн Һигеҙаяҡ диңгеҙҙәге йән эйәләре алдында. — Ә һинеке бөтөнләй юҡ бит әле, — тип кәмһетте ул Һөлөктө. — Ха-ха-ха!

Һигеҙаяҡ ары китте, ҡыуанысынан, маһайыуҙан һыуҙа әйләнеп-әйләнеп алды: уның кеүек һигеҙ аяҡлы берәү ҙә юҡ бит! Ул бер бөртөк кенә! Нисек шатланмаҫһың? Башҡаларҙан ни менәндер өҫтөн булыу ҡалай ҙа ҙур ғорурлыҡ бит әле ул, ә!

Шул ваҡыт бының ҡаршыһына Балыҡ дуҫы килеп сыҡты.


— Белгең килһә, — тине Балыҡ, тамағын ҡырыбыраҡ, үҙенә-үҙе ҡыйыулыҡ өҫтәп, — Минең ҡырҡ ике аяҡлы йән эйәһен күргәнем бар.

Һигеҙаяҡ бер аҙ аңшайып ҡарап торҙо дуҫына. Китсе, булмаҫ. Балыҡ шаярта ғыналыр.

— Ҡайҙа ул? Алдашаһың!

— Яр буйындағы таш аҫтында йәшәй.

— Киттек! Күрһәт...

Улар диңгеҙ ярына яҡын килделәр.

— Ана, күрәһеңме? Шул таш аҫтынан ул ҡояшта ҡыҙынырға сыға.

Оҙаҡ көттөрмәне Ҡырғаяҡ дуҫтарҙы, бихисап аяҡтарын ҡупшы ғына иттереп алмашлап баҫып, килеп тә сыҡты. Һай-һай, ҡарап тороуҙары бер кинәнес үҙенә! Ҡайһылай ҙа ваҡ-ваҡ атлап килә ул!

— Ә минең ҡаным зәңгәр... Минеке генә түгел инде. Үрмәксенең, йылға ҡыҫалаһының, саяндың да ҡаны зәңгәр... Беҙҙең ҡанда баҡыр бар, ти әсәйем, — тине Һигеҙаяҡ күңелһеҙ генә.Ҡаныбыҙ шуға зәңгәр икән. — тине Һигеҙаяҡ күңелһеҙ генә.


Читайте нас: