+12 °С
Облачно
VK
Еңеүгә - 80 йыл
Дөйөм мәҡәләләр
25 Апреля 2019, 07:00
Яҙ йырсыһы/ Фаҡиһа ТУҒЫҘБАЕВА
Көләкәс ҡояш
Тора нур сәсеп.
Һыйыр дуҫына
Йыр йырлай сәпсек.
Осоп ҡунған да
Осло мөгөҙгә,
Сырҡ-сырҡ-сырҡ итә:
“Яҙ килгән беҙгә!”
Бер ихатала
Йәшәйҙәр улар.
Ҡышҡы һыуыҡта
Өшөп туңдылар.
Ҡыуана хәҙер
Сәпсек, һыйыр ҙа.
Йылы яҙ еткәс,
Күңелле йыр ҙа.
“Һыйыр дуҫҡайым,
Һин дә йырласы,
Там-там-там, тамсы,
Ер асылғансы”.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"