+7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Апрель 2019, 16:25

Күс айыра умарта

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
Күс айыра умарта
Умартабыҙ күс айыра,
Күс айыра ҡортобоҙ!
Зыу киләбеҙ күмәкләшеп,
Шаулап тора йортобоҙ.
Сеүәтәгә ҡалаҡ менән,
Ижау менән сүлмәккә
Даңғылдатып һуғабыҙ беҙ,
Бер-беребеҙҙән күрмәккә.
Бал ҡорттары болот булып
Күкте ҡаплап осалар.
Осмаҫ ине, уларға бит
Яңы ғаилә асалар.
Бына әҙер умартаһы,
Ҡойорҙар яңы кәрәҙ.
Ә әлегә, тиҙ ойошоп,
Бергә булырға кәрәк!
Умартасы бабай – оҫта:
Ҡорт инәһен тиҙ тапты,
Ҡумтаһына һалып ҡына,
Яңы «өй»гә оҙатты.
Эшсе ҡорттар бик егәрле –
Гөжләп тора умарта.
Ялан тулы гөл-сәскәләр
Хуш еҫтәрен тарата.
06-2018
Читайте нас: