-4 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Апрель 2019, 13:36

Бесәй менән турғай/Тамара ИСКӘНДӘРИӘ

Балконда бесәй тора,
Мыйығын майлап бора:
“Берәй турғай ҡунмаҫмы,
Миңә ризыҡ булмаҫмы?”
Турғайҙар ҙа хәйләкәр,
Етеҙ килеп ҡуналар.
Ҡунмаҫ ине, һыуыҡта
Улар бик-бик туңалар.
Балкон ситенә ҡунып,
Күҙләйҙәр емеш-еләк.
Ҡурҡыуҙарын еңәләр,
Ҡурҡыуҙан көслө теләк.
Өләсәй ҡышҡылыҡҡа
Баулап элгән бит балан.
Бесәй күҙәтә ҡошто,
Ҡаранып алан-йолан…
“Тоттом, — тиеп, — ҡошсоҡто!”
Ырғыны ул ҡабалан…
Турғай "фыр" осто-китте,
Суҡышында — ал балан.
Читайте нас: