-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Апрель 2019, 13:28

Һандуғас йыры/Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА

Һандуғас, барып еткәс тә
Һиндостанға ҡышларға,
Һөйләне Тыуған илкәйе
Хаҡында бар ҡоштарға.
Тыуған илем — Башҡортостан,
Телем асылды һайрап
Баҡсаһында шәп малайҙың,
Исеме уның — Айрат.
Айрат менән беҙ йәй буйы
Сәйәхәттәрҙә булдыҡ,
Башҡортостаныбыҙ буйлап
Юлыбыҙҙа гел уңдыҡ.
Урал тауҙары — ҡарурман,
Ҡаялары бик бейек.
Мең-мең ҡоштар һайрай йәйен,
Урманда — йәнлек, кейек!
Менеп күрҙек зәңгәр күкте
Ирәмәл тау башына,
Европа менән Азия
Шул яҡтарҙа ҡушыла.
Айрат алып барҙы мине
Шүлгәнташ — мәмерйәгә:
Иң боронғо һүрәттәрҙе
Теләнек беҙ күрергә.
Мамонттарҙы, аттарҙы ла
Ташҡа төшөргән рәссам.
Ҡараңғыла күреү өсөн
Кәрәк булды фонарь, шәм!
Исемдәре шундай матур —
Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим.
Йылғалар күп минең илдә,
Ҡайһылары — һайыраҡ та,
Ҡайһылары — бигерәк киң.
Асылыкүл тип атала
Ундағы күл — диңгеҙҙәй,
Ярындағы ҡарағаста
Һайрап ебәрҙем, түҙмәй.
Осо күренмәй даланың,
Баҫыуҙа үҫә иген.
Алтынға оҡшата Айрат
Игендең һәр бөртөгөн.
Башҡортостан — илкәйемдә
Йәшәнем мин гел һайрап:
Ололар ҙа, кеселәр ҙә
Матурҙар, хәс тә Айрат...
Тауис әйтте һандуғасҡа:
«Шатлыҡ ҡына — телеңдә!
Киләһе йыл ҡунаҡҡа һин
Алып барсы илеңә!
Бәлки, мин дә һайрарға, тим,
Өйрәнермен илеңдә.
Һине тыңлағанда килә
Моңдар, йырҙар күңелгә!»
«Рәхим ит! « — тине һандуғас, —
Башҡортостаным — йомарт.
Минең барлыҡ дуҫтарымды
Саҡырып ҡалды Айрат.
Рәссам Салауат ҒИЛӘЗЕТДИНОВ
Читайте нас: