+8 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Апрель 2019, 13:25

Балан ниңә ҡыҙыл һәм әсе?

Балан ниңә ҡыҙыл һәм әсе?
(Әкиәт)
Борон-борон заманда йәшәгән, ти Баланбикә тигән ағас. Ул үҙен урманда иң матуры тип уйлаған.
Бына бер көндө ул урманда: "Иғтибар, иғтибар, сәғәт өстә матурлыҡ конкурсы үткәрелә!” - тигән яңылыҡ ишетеп ҡалған.
Баланбикә ашыға-ашыға алҡаларын, муйынсаҡтарын тағып алған, ҡупшы ғына күлдәген кейгән дә конкурсҡа йүгергән.
Барып етһә, унда бөтәһе лә береһенән-береһе матурҙар икән. Баланбикә беренсе урын да алғыһы килгән. Тик башҡа ағастар, быны белеп ҡалып, унан көлөргә тотонған. Баланбикәнең оялыуынан бите ҡыҙарған һәм ул илай башлаған. Уның йәштәре шул тиклем әсе булған, хатта емештәренә лә һеңгән. Шунан алып баландың емештәре ҡыҙыл һәм әсе икән.
Фәнзилә СӘЛМӘНОВА.
Белорет районы Шығай ауылы.
Читайте нас: