+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Апрель 2019, 13:24

ҠЫҪҠА ҠОЙРОҠ

ҠЫҪҠА ҠОЙРОҠ
Борон-борон заманда, йәшәгән ти, айыу менән ҡуян. Улар бик дуҫ булғандар. Айыуҙың да, ҡуяндың да ҡойроҡтары бик ҡупшы икән.
Бер көндө улар бәшмәк йыйырға киткән. Бәшмәк йыйып йөрөгәндә уларға табан бүрәнә тәгәрәп килгәнен күрмәй ҡалғандар. Айыуҙың ҡойроғо бүрәнә аҫтында ҡалған. Айыу ауыртыуҙан ҡысҡырып ебәргән:
— Ҡуян дуҫ, ярҙам ит!
Уның тауышына ҡондоҙ килеп сыҡҡан. Ҡуян айыуҙың ҡойроғона, ҡондоҙ ҡуяндың ҡойроғона тотоноп, тарталар-тарталар, ти. Шул саҡ ҡуяндың ҡойроғо өҙөлөп сыҡҡан. Ҡуян иларға тотонған. Ҡондоҙ йыуатҡан:
— Илама, әйҙә айыуҙың ҡойроғон бүрәнә аҫтынан сығарабыҙ.
Бар көстәренә тарта башлағандар. Айыуҙың ҡойроғо ла өҙөлгән дә сыҡҡан. Шунан бирле айыуҙың да, ҡуяндың да ҡойроҡтары бәләкәй ҡалған. Улар араһында булған дуҫлыҡ та юҡҡа сыҡҡан.
Аяз БИКӘНӘСОВ,
3-сө класс уҡыусыһы
Талбазы башҡорт гимназияһы.
Читайте нас: