+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Апрель 2019, 13:23

Алтын алма

(Немец халыҡ әкиәте)
Йәшәгән, ти бер батша. Ул бөтә батшалыҡҡа: “Кем дә кем иң ҙур уйҙырма уйлап таба, шул саф алтын алмаға эйә була”,— тиеп иғлан иткән. Төрлө кешеләр килеп, төрлөсә уйҙырмалар һөйләп ҡараған, әммә батша башын ғына һелккән дә:
— Былар бик һәйбәт, әммә ләкин дөрөҫ булып сығыуы ла ихтимал, — тигән.
— Бер ваҡыт уға ҡулына бәләкәй генә мискә тотҡан йәш егет килгән.
Ул батшаға:
— О, бөйөк батша, мин алтын тәңкәләр артынан килдем,— тип әйткән.
— Ниндәй алтын тәңкәләр?— тип аптыраған батша.
— Һеҙ үткән аҙнала минән бурысҡа алған алтын тәңкәләр артынан!
— Әммә мин һинән бер ниндәй ҙә алтын тәңкәләр алманым. Был уйҙырма!
— Әгәр ҙә был уйҙырма икән, миңә алтын алманы бирегеҙ!
— Батша шунда уҡ аңына килгән:
— Туҡта, туҡта! Мин иҫләнем!
— Яҡшы, батшам! Улайһа миңә мискә менән алтын тәңкәләр бирегеҙ!
— Батша үҙен хәйләләгәндәрен аңлаған, ә егет алтын алманы алған.
Миңлегөл ТАЙСИНА тәржемәһе
Рәссам Салауат ҒИЛӘЗЕТДИНОВ.
Читайте нас: