-3 °С
Ҡар
VK
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Апрель 2019, 14:18
Шундай гүзәл Башҡортостан!/ Миңлегөл Хисамова
Шундай гүзәл Башҡортостан!
Йәшәйем үҙ илемдә,
Ҡыуанысым, ғорурлығым
Һөйләшеү үҙ телемдә.
Башҡортостан киңлегендә
Баҫыуҙары алтындай.
Ялан-ҡырҙа янып эшләй
Ул-ҡыҙҙары халҡымдың.
Баһадирҙай улдар үҫә -
Илем ыласындары,
Халҡым таянысы булыр
Аҡыл, көс, буй-һындары.
Сәсән телле шағиры бар,
Яугиры бар еңелмәҫ.
Ирмен тигән батыр ирҙәр
Үҙ еренән төңөлмәҫ.
Сит ерҙәрҙә йөрөп ҡайтһаң,
Күрәһең айырмаһын,
Үҙ илемдән, үҙ еремдән
Һис ҡасан айырмаһын.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"