+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Апрель 2019, 13:11

Хәрефтәр һәм өндәр/Тамара ИСКӘНДӘРИӘ

Хәбир хәрефтәр өйрәнә,
Өндәр өйрәнә Өлфәт.
Ағаһынан һорай Хәбир:
— Әйҙә, миңә лә өйрәт!
Хәрефтәрҙе мин таныйым,
Теҙеп ҡуйҙым дәфтәргә.
Тик белмәйем, ниндәй өндәр
Һыйынған хәрефтәргә?
Өлфәт ағаһы өлкән шул,
Төшмәй бигүк өлтөрәп.
Өлгө итеп төрлө өндө,
Өлгөрә ул көлдөрөп:
— Өндәр илендә, туғаным,
Бар уларҙың төрлөһө.
Оҙон көйҙәй оҙоно бар,
Ҡыҫҡаһы бар, серлеһе.
Оҙаҡ итеп һуҙып булһа —
Һуҙынҡы булыр ул өн.
А, о, у, ы,
Ә, ө, ү, и —
Һуҙ ҙа һуҙ, еткәнсе төн!
Бәрәс тояғылай ҡаты,
Бар ҡапыл бәрелгәне.
Т, к, ҡ, ш, ф, с,
Д, г, ғ, ж, в, з —
Уҡтай ебәрелгәне.
Тартынҡы өн ишетелә,
Сүкеш-балта сыңлаһа,
Ҡаҙау ҡаҡһаң йә туп типһәң —
Тартынҡы өн шул даһа!
Тағы ла бар быҙауҙарҙың
Әсәһен саҡырғаны:
— Эм-м-м!
— Эн-н-н!
Шулай уҡ:
— Л-л-л-р-р! — тип,
Көсөктәр шаярғаны.
Һуҙынҡымы, тартынҡымы?
Танауыңды ҡыҫ, тыңҡыш!
Яңғырауыҡ тартынҡыны
Танып алырға тырыш!
Өлфәт, шаяртып, Хәбирҙең
Танауын алды ҡыҫып.
Әсәһе көлә, улдары
Шаулашҡанына ҡыҙып.
— Ер шарында күпме халыҡ,
Шунса, — ти ул, — милли өн.
Өндәр улар бик күп түгел,
Ә хәрефтәр — миллион!
Миллионмы, түгелмелер —
Уны һанаған кемдәр?
Изге хәбәр килтерһен гел
Хәрефтәр менән өндәр.
Читайте нас: