+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Апрель 2019, 13:41

Мин беренсе! / Гөлсинә ЙОСОПОВА

Гөлсинә ЙОСОПОВА
Мин беренсе!
Япон Мицубиси гел беренсе булырға яратҡан, ти. Тик бер көндө ул заправкала оҙаҡлап ҡалған. Эргәһендәге башҡамашиналар менән һөйләшеп, ризығын да онота яҙған хатта. ДуҫыТойота пипелдәй башлағас ҡына иҫенә төшөрҙө. Ул да, был юлы мин беренсе булам, тип алға йүгерҙе. Мицубиси күҙ йәштәрен сығарһа ла, дуҫы унытыңламаны. Етмәһә, парковкалағы урынын да Киа алған. Килеп еткәс пипелдәп тә ҡарай, газынала баҫа, ә теге урынынанда ҡуҙғалмай. Мин беренсе килдем, тип тик тора.
– Был бит минең урыным, – ти уға Мицубиси.
– Кем тиҙерәк – шул өлгөрә, – ти кореялы Киа.
– Һин тыңлауһыҙ машина икән, – ти уға Мицубиси.
– Ә һин илаҡ! – ти Киа. Шулай итеп үсекләшеп тә алдылар былар.
Япон Мицубиси икенсе урын эҙләй башлай. Тойота ла уның артынан эйәрә. Дуҫынан айырылғыһы килмәй шул. Тик бөтә урындарҙы ла француз Пежо, немецтәрФольксфагенменән Мерседес, беҙҙеңЛада, Рено, Ламборджини, Шевроле алған. Шул саҡ артта пипелдәгән тауыш ишетелә. Баҡһаң, теге кореец Киа тора. Мине лә үҙегеҙ менән уйнатһағыҙ, урынымды бирәм, ти икән. Мицубиси менән Тойота ҡыуанып киткән. Шунан һуң Мицубиси:
– Әйҙә, уйнатырбыҙ, мин риза!
Ә Тойота:
– Һин ниндәй уйындар беләһең? – тип һораған.
Киа төрлө уйындар белә икән. Баҫтырыш, йәшенмәк һәм тағы ла бик күп...
– Әйҙә уйнайыҡ! – тигән Тойота.
– Әйҙә! – Киа шатлығынан һикереп-һикереп алған. Улар рәхәтләнеп уйнаған. Ошонан алып Мицубиси, Тойота, Киа гел бергә йөрөй башлаған. Өсәүһе лә бөтә ярыштарҙа гел беренсе булған, ти.
Читайте нас: