-6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Апрель 2019, 13:40

БАЛА САҠ / Ҡадир ӘЛИБАЕВ

Ҡадир ӘЛИБАЕВ
БАЛА САҠ
(ҡобайыр)
Әй, әкәмәт бала саҡ
Әкиәт булып ҡаласаҡ.
Белгән нәмәм — гел уйын,
Күтәргәнем — саң-ҡойон.
Ауыҙ-морон бал ине,
Менгән атым тал ине.
Һоҡланғаным — ай ине,
Ҡолағаным — тай ине.
Күк күкрәгән мәлдәрҙә,
Аунаным үләндәрҙә.
Йомарландым йомғаҡтай,
Тәгәрләнем ҡамғаҡтай.
Үтте инде малай саҡ,
Ауыҙ-морон майҙа саҡ.
Хәҙер мин бит ир еткән,
Малай түгел иреккән!
Уралыма ул була алһам,
Илемә ҡул була алһам —
Миңә, дуҫтар, шул еткән,
Шул еткән, ау, шул еткән!
Читайте нас: