-6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Апрель 2019, 13:05
БҮЛӘК / Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА
Вәсилә лә бик оҫта,
Рәсимә лә бик уңған.
Килмәгән бер эш тә юҡ
Был ҡыҙҙарҙың ҡулынан.
"Әсәйгә текһәк күлдәк,
Булыр ине шәп бүләк!”
Эҙләнеләр туҡыма,
Туҡыма юҡ шул бына!
Эҙләнеләр ныҡ ҡына,
Ҡыҙҙар әйтте шуҡ ҡына:
"Әсәйҙең бер күлдәген
Итәйек беҙ туҡыма!”
Әсәләренә бүләк
Текте ике тегенсе.
Күлдәктән бер алъяпҡыс
Сыҡты! Ур-ра! Һөйөнсө!
Әсәләре ҡыуанды:
"Балаларым бик уңған,
Килмәгән бер эш тә юҡ
Ҡыҙҙарымдың ҡулынан!”
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин