+15 °С
Облачно
VK
Дөйөм мәҡәләләр
5 Апреля 2019, 08:02

ҠУМЫҘСЫ / Кәрим БУЛАТ

Радмир ҡумыҙ уйнатҡанда
Йөҙҙәргә нур яғыла,
Әйтерһең дә, ҡоштар моңо
Ҡумыҙынан ағыла.
Әлфиә төштө бейергә
Ағаһының көйөнә,
Радмир оҫта бейеткәнгә
Бөтә кеше һөйөнә.
Читайте нас