+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Апрель 2019, 16:43

Сәсән — Мөхәмәтша Буранғолов

Бынан йөҙ йыл cамаһы элек эҫе йәйҙең бер көнөндә Мөхәмәтша тигән егет ауылдар буйлап әкиәт, легенда, бәйеттәр йыйырға сығып киткән.
Ырымбурҙағы «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә шәкерт булған ул.
Икенсе Этҡол ауылында йәшәгән Хәмит сәсән тураһында бик күп ишеткән. Унан барып Урал батыр тураһында ҡобайырҙы һөйләтәм дә, китап итеп сығарам, тип уйлаған. Ләкин Хәмит сәсән сәфәргә киткән була. Кешеләр Мөхәмәтшаны Түбәнге Иҙрис ауылында йәшәүсе Ғәбит сәсәнгә ебәрәләр. Эй, шатлана ул! Әллә нисә көндәр буйы Ғәбит сәсән уға бик күп ҡобайыр һәм бәйет һөйләй. «Урал батыр» эпосы тураһында һорағас: «Үҙем генә һөйләй алмайым», – тип, атын егеп, Мөхәмәтшаны ултыртып, Икенсе Этҡол ауылына алып бара.
Хәмит сәсән сәфәрҙән яңы ғына ҡайтҡан була. Ауылдан алыҫ түгел Бишҡайын һаҙлығы буйында сәсәндәр ҡорбан салып, ҡаҙан аҫа. Изге доғалар уҡып, ҡорбан ашынан ауыҙ иткәс, улар Мөхәмәтшаға «Урал батыр» ҡобайырын алмашлап яттан һөйләргә тотона.
Сәсәндәр бишәр-алтышар йөҙ юлды бер туҡтамай яттан һөйләй.
Бына шулай, иң боронғо изге ҡомартҡы «Урал батыр» тәүге тапҡыр ғәрәп хәрефтәре менән аҡ ҡағыҙға яҙыла...
Аҙаҡ Мөхәмәтша уҡытыусы, ғалим, драматург булып таныла. Ә "Урал батыр” эпосын яҙып алыу тарихта башҡорт халҡы өсөн башҡарған иң ҙур хеҙмәте булып ҡала.
Эйе, бына нисек үҙенең тыуған ерен, халҡын яратҡан ул — сәсән Мөхәмәтша Буранғолов.
Читайте нас: