+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Апрель 2019, 13:51

Көйәнтәле ҡыҙ \ Лиза ФӘТХУЛЛИНА.

Көйәнтәле ҡыҙ
Оҫта ҡуллы күрше бабай
Көйәнтә бүләк итте.
Сәскәле көйәнтәм мине
Шишмәгә һыуға илтте.
Ҡайтып киләм, эйәрҙеләр
Ҡыҙығып ҡыҙ-малайҙар.
Сәсрәтмәгәс һыу тамсыһын,
Апайҙар ҙа маҡтайҙар.
Сәпәкләй-сәпәкләй ҡулын
Ҡаршы сыҡҡан әсәйем.
Яулығының осо менән
Күҙен һөртә әбейем.
Күргәндәре юҡмы әллә
Көйәнтәле баланы!
Рәхмәт инде, күрше бабай,
Беләктәрем талманы.
Лиза ФӘТХУЛЛИНА.
Тәтешле районы Үрге Тәтешле 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас: