-12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Апрель 2019, 12:00

АТАЙ ҠАРАЙ АРТЫМДАН / Ҡадир ӘЛИБАЕВ

Ҡадир ӘЛИБАЕВ
АТАЙ ҠАРАЙ АРТЫМДАН
Үтә иртә, алты йәштә,
Атай атҡа ултыртты.
Дөрөҫөн әйтәм, дуҫтарым:
Башта бик ныҡ ҡурҡытты!
—Аҫҡа түгел, алға ҡара,
Ҡулыңда, улым, теҙген...
Атайым шулай өйрәтте,
Шатлығымдың юҡ сиге!
Бына ялға сат йәбешәм
(Осмаҫ өсөн атымдан),
Йығылыр ҙа инем, бәлки...
Атай ҡарай артымдан!
Читайте нас в