+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Апрель 2019, 11:47

Айыуҙар/ Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА

Айыу апай алдан атлай.
Бәпәйҙәре – артынан.
Тәнәйҙәре тәүге тапҡыр
Тау-түбәгә артыла.
Айыу атай артта ҡалып,
Бәләкәстәрен һаҡлай.
Әсәһе эшкә өйрәтә,
Атай бәләнән яҡлай.
Йоморо айыу балалары
Эләгә лә, һөрлөгә.
Йығылған һайын ауыҙға
Тама еләк-бөрлөгән!
Читайте нас: