+1 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Март 2019, 12:12
ҺАНДУҒАСТЫ КЕМ ҠАРАЙ?/ Марис НӘЗИРОВ
Динарға көсөк алғас,
Даулай Дилбәр, һандуғас:
— Дамирҙа бар ташбаҡа,
Түшәктә йоҡлап ята.
Һинең дә бар, Гөлдәр, дуҫың,
Попугайың, ҡупшы ҡошоң.
Ә Замирҙа ҡарға бар,
Ҡар таптыра "ҡар” ҙа "ҡар”.
Минең генә бер кемем юҡ
Уйнап күңел күрерлек.
Алайыҡсы һандуғас,
Һайрар усыма ҡунғас…
Ҡыҙҙың ғәҙәтен белеп,
Атаһы әйтте көлөп:
— Алып ҡайтырбыҙ ярай
Тик ҡошоңдо кем ҡарай?
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде