+15 °С
Облачно
VK
Дөйөм мәҡәләләр
25 Марта 2019, 07:17

Үҙең һана / Сәлмән ЯҠУПОВ

Хәҙер миңә дүрт йәш тулды,
Беләм ҡулыма ҡарап.
Берәү, икәү, өсәү, дүртәү...
Бөгөн өйрәндем һанап.
Берәү, икәү, өсәү, дүртәү...
Бесәйҙең дүрт аяғы.
Берәү, икәү, өсәү, дүртәү —
Өҫтәлде дүрт тояғы...
Дүртәү минең аяҡтарым,
Дүртәү, бына — ҡулдарым.
Күҙҙәрем дә дүртәү минең,
Дүртәүҙәр ҡолаҡтарым.
Берәү, икәү, өсәү, дүртәү...
Ышанмайһыңмы? ..Ана!..
Минең кеүек көҙгөгә һин
Ҡара ла, үҙең һана.
Читайте нас