+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Март 2019, 12:24

БӨЖӘКТӘР ШЕЛТӘҺЕ/Илдус ТИМЕРХАНОВ

Әкиәт
Йәй көнө, әллә көҙөн,
Кисә лә түгел — бөгөн,
Ҡуңыҙ, серәкәй, себен,
Һүтеп ҙур келәм ебен,
Оҙон арҡан ишкәндәр,
Ярты аршин иткәндәр,
Түшәм буйлап киткәндәр,
Тар мөйөшкә еткәндәр.
Үрмәкесте тотҡандар,
Аяҡ салып йыҡҡандар,
Ҡаршыһына сыҡҡандар.
Шунан тамаҡ йыртҡандар:
— Йәйеп киң ҙур ҡоласың,
Ниңә һин ау ҡораһың?!.
Бөжәктәрҙе тотаһың,
Ялмауыҙҙай йотаһың!
Ташламаһаң ғәҙәтең,
Килер һуңғы сәғәтең —
Тәпәйҙәрең бәйләрбеҙ!..
… Шунан имен йәйләрбеҙ.
Читайте нас: