— Эй, ҡояшҡайым! Торҙоңмо? Әйҙә, кил, сәй эсәйек, —тип ҡаршыланы иртән Саматты өләсәһе.
Саматтың йәне көйә. Ниндәй ҡояш булһын ул? Белә инде, өләсәһе уның ерән сәсенә ишаралай. Сәсе сәс кенәме әле, бөҙрә етмәһә. Ә был һипкелдәре… Өләсәһе уларҙы, нур бөркә, ти. Юҡты һөйләй инде. Ата-әсәһе уны ауылда ҡалдырып киткәс, Саматҡа ярайым, тип, юрый шулай мәрәкәләй.
Самат үҙ баһаһын белеп кенә, яйлап ҡына өҫтәл янына килде. Шундуҡ ауыҙы йырылып та китте. Өләсәһе уның яратҡан ҡоймағын бешереп ҡуйған. Шулай ҙа, һыр бирмәй:
— Өләсәй, һин мине ерән булғаным өсөн үсекләйһең! — ти.
Өләсәһе ҡарашын мөлдөрәтә:
— Балаҡайым, ерән сәсең бик килешә үҙеңә, ҡояшҡайым! Ерәнсә сәсәнем!
— Юҡ, әйтмә миңә улай! — Самат мәсьәләне малайҙарса ҡаты ҡуя.
— Ярай, балам, әтү ярай. Мин бит һине Ерәнсә сәсән һымаҡ матур ҙа, йор һүҙле лә булырһың, тип ҡыуанам ғына.
— Бәй, белмәйһеңме ни? Шундай сәсән батыр булған элек. Башҡорт, ҡаҙаҡ далаларын гиҙеп йөрөгән. Тапҡырлыҡта тиңе булмаған Бәндәбикә уға үҙе ғашиҡ булған, тиҙәр.
— Бәндәбикә? Атайым әйткән Бәндәбикәме?
— Эйе, атайың менән әсәйең тарих өйрәнә бит. Улар Бәндәбикәнең кәшәнәһен дә барып ҡарағандар. Элек Ыҡ йылғаһы даръялай аҡҡан. Шуның ярында Бәндәбикә йәшәгән. Зирәк аҡылы менән тирә-яҡта дан тотҡан. Ерәнсәнең уға күҙе төшә. Улар өйләнешә. Бер саҡ Ерәнсә:
— Мин егеттәр менән ҡаҙаҡтарға барымтаға барам! — ти.
Бәндәбикә риза булмай, яу уңышһыҙ булыр, тип юрай. Ерәнсә тыңламай, китә… Шул яуҙа тәү тапҡыр еңелә ул. Яу һуңында ике яҡтан берәр батыр алышҡа сыға. Башҡорттарҙан — Ерәнсә. Ҡаҙаҡ бәһлеүәне уны йығып, һөңгөһөн ҡаҙайым, тигәндә, Ерәнсә хахылдап көлөп ебәрә.
— Ниңә көләһең? — тип аптырай ҡаҙаҡтар.
— Эй, нисек көлмәйем инде, бисә һүҙен тыңларға кәрәк булған икән. Бәндәбикә, барма барымтаға, тигәйне бит миңә.
— Бәндәбикә? Әүлиәлеге менән дан тотҡан Бәндәбикә һинең бейсәңме ни? Ә һин, улай булғас, Ерәнсә сәсәнме?
Ҡаҙаҡтар геү килешә. Ерәнсәне ҡосаҡлап алалар. Уның сәсәнлеген ишеткәндәре бар икән, ҡобайыр әйтеүен һорайҙар. Аҙаҡ башҡорттарҙы ҡунаҡ итеп, бүләктәр менән оҙаталар. Шулай итеп, Бәндәбикәнең абруйлы исеме Ерәнсәне ҡотҡарып алып ҡала.
… Самат уйға талды. Ерәнсә менән Бәндәбикә тураһындамы икән? Баяғы үпкәһен дә онотто, шикелле. Шунан былай тип әйтеп ҡуйҙы:
— Мин, өләсәй, һине тыңлап ҡына торам, эйе бит?
— Эй, балам, һиңә гел изге юлдан йөрөргә яҙһын инде…