+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Март 2019, 13:35

Тамсыҡай

Тамсыҡай
| |
(Әкиәт)
Тамсыҡай «туп» итеп ҡыҙыҡайҙың битенә килеп төштө лә: «Уй!» тип ҡысҡырып ебәрҙе. «Уй-уй!» — тип унан да нығыраҡ ҡысҡырҙы ҡыҙ бала.
— Мин бит бәләкәй генә Тамсыҡай. Ҡурҡма.
— Ә нишләп битемә һикерҙең?
— Бынау боҙҙан иреп килеп төштөм. Һин кем булаһың?
— Тамсыгөл, — тине ҡыҙыҡай.
— Исемең матур. Һин берәү генә, ә беҙ, тамсылар, күп. Яҙ еткәс, тып-тып тамабыҙ. Йырғанаҡ булып йылғаға табан ағып китәбеҙ.
— Ҡайҙа юл тотаһығыҙ?
— Диңгеҙгә. Бергә ҡушылып йыйылған һайын көслөрәк була барабыҙ, — тине Тамсыҡай. —Сәйәхәт итергә яратам.
— Ә миңә алыҫ китергә ярамай, бәләкәймен әле, — тине Тамсыгөл. – Бәлки, һин дә, ҙурайғас, сәйәхәт итерһең.
— Юҡ, миңә ҙурайырға ярамай. Мин гел Тамсыҡай. Белеп ҡуй.
Бына ҡыҙыҡ! Улар көн дә осрашалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Бер көн шулай:
— Һинең менән оҙаҡ булдым, дуҫым. Инде алыҫ сәфәргә китәм. Анау аҡ болотҡа ҡушылам. Ул мине көтөп тора, — тине.
— Һин унда нисек менәһең, ҡанатың юҡ бит!
Тамсыҡай көлөп ебәрҙе, шунан боҫҡа әйләнеп юҡ булды. Ул киткәс, күңелһеҙ булып ҡалды. Сөнки ҡыҙыҡай,
Тамсыҡайҙы бүтәнсә осратмам, тип уйланы. Ә ул ләйсән ямғырлы бер көндөтағы ла усына килеп төштө. «Бына хәҙер мин — ямғыр күҙе, — тине ул. — Ерҙе, бар тереклекте, йәшеллекте, урман-туғайҙарҙы һыу эсергәс, яңынан болотҡа ултырып китәм».Шундай егәрле, яҡшы дуҫы барлығына Тамсыгөл дә ҡыуанды.
Дуҫы бик оҙаҡ күренмәне. Ҡыш етте. Бер мәл бейәләйенә ҡар бөртөгө килеп ҡунды: «Сәләм, Тамсыгөл!» «Уй, матурһың, ҡар бөртөгө! – тине Тамсыгөл, — Ә исемемде ҡайҙан беләһең?»
— Мин бит Тамсыҡай!
— Ҡышын ҡар бөртөгөнә әйләнәм. Ел-дауыл менән уйнап сәйәхәт итәм. Тик мине иретеп ҡуйма, яраймы!
— Кире тамсы булғың килмәйме ни?
Әллә иреүҙән ҡурҡты, Тамсыҡай ҡайҙалыр осто ла китте. Бүтән уларҙың күрешкәне булманы. «Бәләкәс дуҫым миңә асыуланды», — тип үкенде ҡыҙ.Яңынан яҙ килде. Тамсыгөлдөң битенә ҡапыл бер тамсы килеп ҡунды. Ҡыҙ, Тамсыҡайҙы күрмәһә лә, таныны һәм ҡыуанып көлөп ебәрҙе.
— Сәләм, дуҫҡай! Тимәк, йылы яҙ етә!
— Эйе, был мин. Тамсыгөл, ҡалай һин ҙур үҫкәнһең!
— Миңә алты йәш тулды! — тине ҡыҙыҡай ғорурлыҡ менән. — Ә һиңә?
— Беҙҙең бит йәш юҡ. Хатта үлсәп, самалап та булмай. Һәр саҡ бәләкәс — бары бер тамсы!
Улар яҙ сәләмен килтерә, ерҙе һуғара, ямғыр яуҙыра, яҡшылыҡ эшләй. Эш бәләкәйлектә, буйҙа, кәүҙәлә түгел, яҡындарыңды, дуҫтарыңды ҡыуандыра белеү — үҙе ҙурлыҡ. Бына шулай тип уйланы Тамсыгөл. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, балалар?
Читайте нас: