+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Март 2019, 12:00

Ҡурсаҡ/Фәнүзә АЛЛАҒОЛОВА

Әсәһе кескәй Ләләгә
Алып бирҙе ҙур ҡурсаҡ.
Ләлә шатлыҡтан ҡыуанып,
Күлдәк текте бер ҡосаҡ.
Эштәре күп хәҙер уның,
Көн дә ҡурсағын ҡарай.
Теккән күлдәген кейҙерә,
Һыйпап сәсенән тарай.
Кис юрғанын ябындырып,
Йырҙар йырлап йоҡлата.
Әсәһе кеүек иртәнсәк
“Тор ҡыҙым”,–тип уята.
Дуҫ йәшәй ҡурсағы менән,
Тик шуныһы оҡшамай:
Икмәк ҡаптырайым тиһә,
Ауыҙын асып ашамай.
Читайте нас: