+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Март 2019, 12:35

Көнбағыш

"Аҡбуҙат"та баҫылған: 11-2016

Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
КӨНБАҒЫШ
Тәмле һутҡа тулышып —
Сәскә атҡан көнбағыш.
Үҫкән тирәләп уны,
Көҙҙән сәселгән арыш.
— Ниндәй һут! Үҙе шәрбәт,
Бал йыйыр өсөн — табыш!
Хуш еҫенә туҡталған,
Бал ҡорто осоп барыш.
Иртә менән сәскә гөжләй,
Еңелсә бара алыш.
Йырлай улар "без-без”килеп,
Нескә билдәр бик тырыш.
Кәрәҙҙәрҙә буш урын юҡ,
Умарталар бал тулыш.
"Татлы һутың өсөн, һиңә—
Рәхмәтлебеҙ, көнбағыш!”
Читайте нас: