Әсәһе ҡыҙына төрлө төҫтәге шарҙар һатып алған. Ҡыҙыл, һары, зәңгәр, йәшел шарҙарҙы ҡыҙыҡай өрөп тултыртҡан да, йүгереп уйнай башлаған. «Сар, сар оса!» – ти икән үҙе, ҡыуанып. Зәңгәр шар ҡыҙыҡайға: «Сар түгел, шар!» – тиеп әйтеп ҡараған, тик ҡыҙыҡай ишетмәгән. Шунан шар осоп килеп ҡыҙҙың әсәһенең ҡолағына шыбырлаған: «Ш өнөн сығарыу өсөн тел көмәгәйгә, өҫкә күтәрелергә тейеш!» Әсәһе ҡыҙына телен көмәгәйенә тейгеҙә яҙып шарға өрөргә өйрәткән. Ҡыҙыҡай Ш өнөн дөрөҫ итеп әйтә башлаған.