-5 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Бөйөктәрҙең әйткәне
1 Октябрь 2021, 09:24

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА

ӨЛӘСӘЙҘӘР ӘЙТӘ:- Тырыш, тәүәккәл булып үҫ, балаҡай! Бер нәмә менән дә алмаштырып булмай торған сифат ул – тырышлыҡ! Талант тиһеңме? Юююҡ, талантлы ялҡауҙар һәм мыжыҡтар менән донъя тулған. Белем дә тырышлыҡты алмаштыра алмай. Ике юғарв белем менән дә баҙарҙа һатыу итеүҙән ары китә алмағандар байтаҡ. Тәбиғәт даһи итеп тыуҙырғандарҙың да күбеһе таныла алмай китә донъянан. Ни өсөн тиһеңме? Сөнки етерлек тырышлыҡ һалмай. Нимәнәндер ҡурҡа, икеләнә, йә ялҡаулана, йә үҙ-үҙенә ышанмай.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА



Бары тик тырышлыҡ ҡына оло көскә эйә! Юҡҡа ғына “Бер процент талант, туҡһан туғыҙ процент хеҙмәт” тип әйтмәгәндәр бит. Маҡсатына таланттар ҙа, белемлеләр ҙә, даһиҙар ҙа түгел, ә тырыштар ғына ирешә, хыялын тик тырыштар тормошҡа ашыра! Тырышлыҡ Аллаһ тарафынан бүләкләнә. Нимәгә генә тотонһаң да, "Аллаһтың һинекенән башҡа ҡулдары юҡ", - тигәнде һәр саҡ иҫеңдә тот, балам!

 
(Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: