Бер тармағы унда, башҡорт халҡы
Шаулап аҡҡан Урал буйында
Дошман яуын атҡан, Яйыҡ ашҡан,
Һис булмаған ҡурҡыу уйында.
Аймаҡ һайын булған батыр ирҙәр,
Типһә, тимер өҙөп һындырған,
Төрлө түрә булып хан-бейҙәре
Илдә булған яуҙы туҙҙырған.
Ай-һай батыр булған башҡорт халҡы,
Дошмандарын эштән яҙҙырған!
Ҡарт-ҡоролар шуны йәш быуынға
Мираҫ итеп һөйләп ҡалдырған.
Бына бөгөн беҙҙең ҡыҙыл башҡорт
Ер һелкетә, донъя тетрәтә...
Алтын погон мырҙа дошмандарҙың
Ғәскәрҙәрен ҡуйҙай өркөтә.
Ир башҡорттан тыуған сын арыҫлан,
Ҡыҙыл башҡорт илен һаҡлай ул,
Инҡилапсы ата, хәләл улы,
Атһыҙ ярлыларҙы яҡлай ул.
Ашҡына ул, ҡыуа, пыр туҙҙыра
Күптән иҙгән яуыз дошманын
“Йәшәһен” ти, ҡыҙыл ярлы халыҡ
“Йәшәһен” ти, Башҡортостаным!
Ҡара болот үтер, дошман бөтөр,
Йәһәннәмгә китәр, юҡ булыр,
Дәүләт бәхет, рәхәт уртаҡ булыр,
Донъя йөҙө ал да гөл булыр.
Ярлы-ябыҡ булмаҫ Ер шарында,
Барса халыҡ унда тиң булыр;
Азат, матур бай ил Башҡортостан
Ожмах кеүек рәхәт ер булыр.
Башҡортостан ҡарты шул ваҡытта
Һағынып һөйләр ҡыҙыл яуҙарын,
Аҡ яуҙарҙы ҡырып бөтөрөп
Нисек уҙған Урал тауҙарын.
Әйҙә ҡырһын, ҡыуһын, пыр туҙҙырһын!
Күптән иҙгән яуыз дошманын
Йәшәһен шул ҡыҙыл ярлы халыҡ,
Йәшәһен шул Башҡортостаным!
Бабич.