+3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
19 Ғинуар 2023, 13:25

Улар тураһында ҡасандыр “тамсы ғына ла һәләте юҡ” тип әйткәндәр

Нобель премияһы лауреаты Альберт Эйнштейн 4 йәшенә тиклем һөйләшә белмәй. Колледжда уҡыған сағында уның өсөн иң ауыр фән физика була. Уҡытыусыһының “бындай наҙандан йүнле кеше сыҡмаясаҡ” тиеүенә лә, политехникумға ингәндә имтихандарын гел икегә биреүенә ҡарамаҫтан, Эйнштейн үҙенең физиканан һәләтенә ныҡ ышана. Эргә-тирәһендәгеләрҙең уны аңлай алмауына ғәжәп итерлек бер нәмә лә юҡ, ғалимдың үҙе әйткәненсә, сағыштырмасалыҡ (теория относительности) теорияһын да донъяла бер ун кеше аңлай ала торғандыр.  

Улар тураһында ҡасандыр “тамсы ғына ла һәләте юҡ” тип әйткәндәр
Улар тураһында ҡасандыр “тамсы ғына ла һәләте юҡ” тип әйткәндәр

Фаина Раневская 1992 йылда инглиз энциклопедияһы “Who is who!” редакйияһы берлеге тарафынан XX быуаттың иң бөйөк 20 актрисаларының береһе тип иғлан ителде. Ә хеҙмәт юлын башлаған сағында уға бик еңелдән булмай. Мәскәү эргәһендәге бер театрға эшкә инергә тип бара. Театрҙың режиссеры уға “тамы ғына ла һәләте юҡ” тигән баһа бирә.

 

Замандаштары хәтерләүенсә, Исаак Ньютон ныҡ насар уҡый, шуға уҡытыусылар уны “өмөтһөҙ бала” тип атайҙар.

 

Дмитрий Менделеев Петербург университетына уҡырға инергә килә, тик химиянан имтихан бирә алмай. Ахыр, нығыраҡ әҙерләнеп, педагогик институтҡа инә.

 

Ә Петр Капица – физика буйынса буласаҡ Нобель премияһы лауреаты – Кронштадт реаль училищеһынан өлгәшмәгәне, насар уҡығаны өсөн ҡыуылған булған.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: