+6 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Былар ҡыҙыҡлы
5 Октября 2022, 07:42

БҮРЕ

Бүре эт ғаиләһенә ҡараған йәнлектәрҙең иң аҡыллыһы һанала...

БҮРЕБҮРЕ
БҮРЕ

Бүре — эттәр ғаиләһенә ҡараған һөтимәр йыртҡыс йәнлек. Был ғаиләгә ҡараған хайуандар араһында иң ҙуры. Башлыса бүре һоро төҫтә була.
Йәшәү өсөн теләһә ҡайҙа оя ҡора. Таулы урындарҙа мәмерйәләрҙе, ҙурыраҡ тишекле ҡаяларҙы үҙ итһәләр, урмандарҙа ҡыуышлыраҡ урынды һайлайҙар, хатта бурһыҡ, төлкө өңдәренән дә тартынмайҙар.
Бүре эт ғаиләһенә ҡараған йәнлектәрҙең иң аҡыллыһы һанала: өйөрҙөң ойошоуы, унда һәр береһенең үҙ урынын булыуы быны иҫбатлай. Ҡулға эйәләштерелгән бүре иһә бөтә нәмәгә лә, эткә ҡарағанда, тиҙерәк өйрәнә, хәрәкәттәрҙе лә тиҙерәк иҫендә ҡалдыра.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас