Бындай типтағы яйланмалар (приборҙар) Ҡытайҙа күптән билдәле була, улар нәҡ эҫе һыу әҙерләү өсөн ҡулланылған. Ҡытай, шулай уҡ япон һыу ҡайнатыу һауыттары («хого», «цибати») самауырҙың төп конструктив билдәләренә эйә була: бер ҡоролмаға һыулы һауыт, күмер ҡыҙҙырыу өсөн мейес һәм һыулы һауыт аша үткән торба берләштерелә. «Самауыр ҡоролмаһы Иранда элек-электән билдәле. Әзербайжанда (Шеки районының Дашуст ауылы) үткәрелгән археологик ҡаҙылмаларҙа балсыҡ самауырҙар табыла, йәштәре 3600 йылдан да кәм түгел». Еҙ самауыр ҡалдыҡтары урта быуатттағы Волга буйы ҡалаһы (Бельджамен?; хәҙер — Дубовка) емереклектәрендә лә килеп сыға. Күрәһең, уны болғарҙар (монголдарға тиклем) етештергәндер. Рәсәйҙә XVII быуаттан алып сәй өсөн эҫе һыу ҡулланыла башлай.
Эсемлектәрҙе йылытыу өсөн төрлө ҡыҙыҡлы йыһаздар булған. Уларҙың береһе, иң күренеклеһе — аутепса — антик самауыр, бейек, муйынлы көршәккә оҡшаш һауытта ике һыйым була: береһе күмер өсөн, икенсеһе шыйыҡлыҡ өсөн. Ҡабырғалағы махсус тишек аша ҡыҙыу күмер һалына, шыйыҡлыҡ иһә сүмес яҙамында ҡойола һәм алына — аутепсаның һыу краны булмай. Эҫе көндәрҙә һауытҡа күмер урынына ҡалаға килтерелгән боҙ тултырыла, шыйыҡлыҡ шул рәүешле һыуытыла.
Камилыраҡ «самауыр» ҙа булған: уның урта өлөшөндә күмер һалыу һәм көлдө алыу, шулай уҡ һауа ағымы килһен өсөн аҫты рәшәткәле ҡыуыш урын ҡалдырыла. Ошо ҡыуышлыҡ менән самауырҙың стеналары араһына шыйыҡлыҡ тултырыла. Ҡапҡасын асҡанда ике һыйымды ла күререгә була — уртала ятҡан күмерҙе һәм уны уратып алған шыйыҡлыҡты. Ҡабырғаһына эшләнгән махсус киңәйткес аша «самауырға» һыу тултырыла, ошонан уҡ пар ҙа сыға.
Ризыҡты йылытыу өсөн тәғәйенләнгән ҡулайлама эҫе ҡыҙҙырғысты хәтерләтә: ул ҡабырғалары ҡыуыш йәшниккә оҡшаш була, ҡыуышлыҡҡа күмер һалына, ә һауыттың эсенә шыйыҡлыҡ ҡойола. Бындай ҡоролма ҡыуыш йәшник төбөнә ҡуйылған һыйымдар менән тоташтырыла.
Рәсәйгә самауырҙы Петр I Голландиянан алып ҡайтҡан тигән легенда бар, ысынбарлыҡта иһә самауырҙар Петр батша үлгәндән һуң ярты быуат үткәс кенә күренә башлай. Рәсәйҙә тәүге самауыр Уралда эшләнә.
ВИКИПЕДИЯнан.