+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
2 Август 2022, 12:08

ҠЫҘ БАЛАНЫҢ ҠОЛАҒЫН ҠАСАН ТИШТЕРЕРГӘ?

Ҡыҙ үҫтереүсе ата-әсәләр был турала йыш уйлана. Кемдер кесе йәштә тиштереү яҡлы, башҡалар быны бала үҫкәсерәк эшләү дөрөҫ тип таба...

ҠЫҘ БАЛАНЫҢ ҠОЛАҒЫН ҠАСАН ТИШТЕРЕРГӘ?
ҠЫҘ БАЛАНЫҢ ҠОЛАҒЫН ҠАСАН ТИШТЕРЕРГӘ?

ТИШТЕРЕРГӘМЕ, ЮҠМЫ?
Баланың ҡолағын тиштерергәме, юҡмы, әсә кеше хәл итә. Ә инде бала фекерен белгегеҙ килһә, 5-7 йәштәргә тиклем көтөргә кәрәк була. Был йәштә ҡыҙҙар ҡолаҡ тиштереүҙән ҡурҡырға мөмкин. Әммә һеҙҙең ярҙамығыҙ менән матурыраҡ булыу хисе өҫкә сыға ала. Шулай булғас, был һорауҙы һәр кем үҙе хәл итә.

ҠАСАН ҠОЛАҠ ТИШТЕРЕРГӘ БУЛА?
Белгестәр ҡолаҡты 3 йәштән һуң ғына тиштереү яҡлы. Шул уҡ ваҡытта баланың ҡолағын иртәрәк, 1 йәшкә тиклем тиштерһәң, ул ауыртыуҙы тиҙ онота тигән фекер ҙә йөрөй.
Психологтарҙың күбеһе быны 1-1,5 йәшкә тиклем эшләргә кәрәк ти.
Сөнки бала был ваҡытта ҡурҡыуҙы һәм ауыртыуҙы бик тиҙ онота.

ЙЫЛДЫҢ ҠАЙҺЫ МӘЛЕНДӘ ТИШТЕРЕҮ УҢАЙЛЫ?
Белгестәр һәм әсәйҙәр үҙҙәре лә ҡолаҡты яҙ йә көҙ тиштереү дөрөҫ тип һанай. Ҡыш көнө тишкән урын төҙәлергә башлыҡ ҡамасаулай, эҫе һәм туҙанлы йәйҙә микробтар эләгергә мөмкин. Шуға был процедураны һалҡынсараҡ ваҡытта, йәғни яҙ йәки көҙ айҙарында эшләү уңайлыраҡ.

НИНДӘЙ ОСРАҠТА ҠОЛАҠ ТИШТЕРЕРГӘ ЯРАМАЙ?
Ҡолаҡ тиштереү ҡатмарлы процесс булмаһа ла, тыйған сәбәптәр ҙә бар. Мәҫәлән, ҡан, шәкәр ауырыуы, неврология, аллергияның ҡатмарлы осраҡтары булғанда, ҡолаҡ тиштерергә ярамай.
Балаға теш сыҡҡанда, һалҡын тейгәндә йәки прививка яһатырға кәрәк булғанда, ҡолаҡ тиштерергә ашыҡмағыҙ. Юлға йыйынғанда, әле генә балалар баҡсаһына барған булһағыҙ ҙа, бер аҙ көтөргә кәрәк. Һәр хәлдә, шиктәрегеҙ булһа, үҙегеҙҙең педиатрға мөрәжәғәт итегеҙ.

ҠАЙҘА ТИШТЕРЕРГӘ?
Ҡолаҡ тиштереү өсөн квалификациялы белгес һайлағыҙ. Ул был яуаплы эште матур итеп кенә түгел, баланың сәләмәтлегенә зыян килтермәй башҡарыр.

Миләүшә ВӘЛИЕВА әҙерләне.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: