+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
6 Июль 2022, 12:00

Нимә ул башҡорттоң уҡ-һаҙағы?

Уҡтан, яндан торған бөтә ҡорал уҡ-һаҙаҡ, уҡ-һая тип йөрөтөлгән. Яндың синонимы - йәйә.

Нимә ул башҡорттоң уҡ-һаҙағы?
Нимә ул башҡорттоң уҡ-һаҙағы?

Башҡорт уҡ-һаҙағының төрҙәре:
Башағына ҡарап, уҡтар түбәндәге төрҙәргә бүленә: кирәгә - ике ҡыры ла үткер башаҡ. Ҡуҙы яурын башаҡ - дүрт ҡыры ла осло башаҡ. Бынан тыш, башҡорттарҙа алмас башаҡлы, ҡырма башаҡлы (ҡырҡып үтә торған), ҡалаҡ башлы, мөгөҙ башаҡлы, бөрөз (беҙ һымаҡ уҡ башағы), сыраҡ баш (биш ҡырлы башаҡ) уҡтар ҡулланылған. Әҙерләү материалына ҡарап, башҡорт уҡтары түбәндәгесә аталған: һыҙма уҡ (һыҙма), һаплы уҡ (самострел), елемкәс, туғыҙ тотам уҡ, туҙ ҡанатлы уҡ. Уҡтан, яндан торған бөтә ҡорал уҡ-һаҙаҡ, уҡ-һая тип йөрөтөлгән. Яндың синонимы - йәйә. Һунарҙа һәм яуҙа файҙаланыуына ҡарап, йәйәләр ике төргә бүленгән. Мәҫәлән, әҙернә - һыртына бүре тарамышы ҡуйып, мөгөҙҙән яһалған хәрби ян. Бүре тарамышы ҡуйып яһалған янды шулай уҡ мөкәтә ян тип тә атағандар. Һанай ян - ябай ян. Уҡ менән яндың ҡайһы бер өлөштәренә килгәндә, улар былай тип атала: яндың сирткес бауы - кереш; уҡтың керешкә эләктерә торған киртекле асалы башы - киҙе; ҡырҡа торған ҡоралдың үткер яғы - беҙ; уҡты һалып, арҡаға элеп йөрөтә торған һауыт - ҡалъян, ҡаңғы, ҡаптырға, ҡорман.

Г.Н. Йәғәфәрованың "Башҡортса-урыҫса хәрби лексика һүҙлеге" китабынан.

Зиннур БОҪҠОНОВ фотоһы

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: