-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
4 Февраль 2022, 11:05

БЫНЫ БЕЛӘҺЕҢМЕ?

* * *  Спорт иң тәүҙә ҡасан, нисек, ҡайҙа барлыҡҡа килгән һуң? Бынан бик борон замандарҙа кешеләр, Аллаһы Тәғәләгә табынып, төрлө төрлө хәрәкәттәр менән бейеүҙәр башҡарған.

Был бейеүҙән һуң улар тәндәрендә рәхәтлек тойған. Шуға күрә ҡайһы берҙәре үҙҙәре өсөн генә күнекмәләр эшләй башлаған.  Ә һуңынан күмәкләп төрлө уйындар уйлап сығарғандар. Шулай спорт уйындары барлыҡҡа килгән. 
Иң тәүге спорт уйыны Грецияла 776 йылда үткәрелгән. 1896 йылда Грецияның Афина ҡалаһында  спортты ныҡ яратҡан Кубертен  тигән кеше беренсе  Олимпия уйынын ойошторған. Шунан алып ошо көнгәсә Олимпия уйындары дүрт йылға бер тапҡыр төрлө илдәрҙә алмашлап үткәрелә. Грецияла әле лә мәктәптә уҡыған һәр малай йүгереү, һикереү һәм көрәш менән шөғөлләнергә тейеш. Әгәр яҡшы уҡып та спорт менән шөғөлләнмәһә, ундай баланы һанға ла һуҡмайҙар.
БЫНЫ БЕЛӘҺЕҢМЕ?
БЫНЫ БЕЛӘҺЕҢМЕ?
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: