+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
10 Ғинуар 2022, 09:42

ТУМЫРТҠА

* * * Һеҙҙең ҡыш көнө урманда булғанығыҙ бармы? Унда иртәнән кискә тиклем тумыртҡа туҡылдай. Тумыртҡалар йыл буйы урман ҡоротҡостары менән көрәшәләр.

 Тумыртҡа ҡойроғон ағасҡа терәй, тырнаҡтары менән йәбешә һәм ағасты туҡылдата. Оҙон һәм үткер суҡышы менән ағас ҡайырын тишә.Шундай уҡ оҙон һәм лайлалы теле менән ундағы төрлө ҡуңыҙҙарҙы, бөжәктәрҙе тартып сығара. Тумыртҡаның көнөнә 750 - 800 ҡоротҡосто йә 500-ҙән күберәк май ҡуңыҙын юҡ итеүен күҙәткәндәр. Тумыртҡа - кешеләрҙең дуҫы. Ул һау, таҙа ағасты бер ваҡытта ла тишмәй, тик ауырыу ағастарҙы ғына дауалай.
 
 
ТУМЫРТҠА
ТУМЫРТҠА
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: