Сәй элек Азия илдәрендә генә үҫтерелгән. Ғалимдар сәй үҫтерергә өйрәнеү өсөн Ҡытайға, Японияға, Цейлонға, Һиндстанға барғандар. Унан сәй ҡыуаҡтары алып ҡайталар һәм үҫтерәләр.
Беҙҙең илдә сәйҙе башлап Байкал аръяғы, Себер, Урта Азия халыҡтары ҡуллана башлай. Хәҙер сәйҙе күпләп грузияла етештерәләр. Сәйҙе һыу ҡайнап сыҡҡас та бешерергә кәрәк. Сәйле сәйнүккә һыуҙы башта яртыһына ғына, ә бер нисә минуттан тултырғансы һалалар. Ошондай сәй тәмле була.