-3 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
9 Декабрь 2021, 07:53

ИСЕМДӘР

БЫНЫ БЕЛӘҺЕҢМЕ? * * *  Башҡорт халҡының матур исемдәре бик күп. Уларҙың һәр береһенәң мәғәнәһе бар.

ИСЕМДӘР
ИСЕМДӘР
Тәбиғәт күренештәренә бәйле исемдәр: Буранбай, Айсыуаҡ, Ҡояш. Төҫ атамаларынан яһалған исемдәр: Аҡйегет,  Ҡарасәс, Аҡсура. Үҫемлек, сәскә атамаларынан яһалған исемдәр: Гөлшат, Гөлдәр, Лилиә, Рауза. Таш, төрлө төрлө металл атамаларынан яһалған исемдәр: Тимерхан, Таштимер, Айбулат, Алмас, Ынйы. Януар, ҡош-ҡорт атамаларынан яһалған исемдәр: Арыҫлан, Ҡарлуғас, Һандуғас.
Тарихи шәхес, халыҡ батырҙары исемдәрен мәңгеләштереп ҡушылған исемдәр: Мортаҙа, Мөхәммәт, Ғәйшә, Салауат, Юлай...
 
Ҡайһы бер исемдәрҙең мәғәнәһе:
Азамат - бөйөк, ғорур
Ғәлиә - бөйөк
Искәндәр - батыр, ғәйрәтле
Ынйы - аҫыл таш
Алһыу - алһыу йөҙлө
 
((Т.Күсимова. "Исемдәр донъяһында")
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: