Башҡорт моңо, башҡорт йыры, башҡорт бейеүе бөтә Ер шарын урап сыҡты. Гениаль бейеүсе Рудольф Нуриев Башҡортостан егете ине бит. Уның балет сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштарын бер кем дә ҡабатлай алғаны юҡ. Рәшиҙә Туйсина, Әнүәр Ишбирҙин, Зөлфиә Ҡудашева, Мөхәммәт Иҙрисовтар кеүек танылған халыҡ бейеүен башҡарған оҫталары ла етерлек. Ә күпме йәш таланттар бар!
Һуңғы йылдарҙа башҡорт милли сәнғәтенең өр-яңы бите асылды. Ул - Стәрлетамаҡтағы бейеү театры. Ойоштороусылары - Римма һәм Хәлил Ишбирҙиндәр. Был үҙенсәлекле театр хореография ысулы ярҙамында тамашасыны халҡыбыҙҙың тарихы, рухи донъяһы, характеры һәм изге ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштыра.
Эшләй башлауына бер нисә йыл ғына булыуына ҡарамаҫтан, бейеү театры үҙен ил күләмендә танытып та өлгөрҙө. II Бөтә Рәсәй фестивалендә лауреат исеменә лайыҡ булды.
(Р.Әфләтунова)