+22 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Былар ҡыҙыҡлы
5 Декабря 2021, 10:23

МИЛЛИ АШ-ҺЫУ

* * *  Милли аш-һыу башҡорттарҙа малсылыҡ хужалығы нигеҙендә барлыҡҡа килә. Туҡланыуҙа һөт һәм һөттән яһалған төрлө ризыҡтар мөһим аҙыҡ  булған. Һөттө айыртып, ҡаймаҡ, ҡаймаҡтан май яһағандар.

МИЛЛИ АШ-ҺЫУМИЛЛИ АШ-ҺЫУ
МИЛЛИ АШ-ҺЫУ
Ҡышҡылыҡҡа сейә майлағандар. Айыртылған һөттән ҡатыҡ ойотҡандар. Уны күп итеп йыйып ҡайнатып, ҡорот эшләгәндәр. Ҡатыҡтан йәй көндәрендә айран яһап эскәндәр. Ул һыуһынды ҡандыра.
Башҡорттарҙың милли аш-һыуында итле ризыҡтар ҙур урын тотҡан. Иттән тултырма, ҡаҙы эшләгәндәр, бишбармаҡ, һалма бешергәндәр. Итле аштан һуң ҡоротлап һурпа эскәндәр.
Борон-борондан башҡорттарҙың көндәлек ризығында иген аҙыҡтары урын алған. Ҡурмас, талҡан эшләгәндәр, бауырһаҡ, ҡоймаҡ, күмәс һәм башҡа ризыҡтар бешергәндәр.
 
("Башҡорт халыҡ аштары" китабынан)
 
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас