+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
2 Декабрь 2021, 10:19

2 декабрь Бөтә донъя компьютер менән мөғәлләмә итә белеү көнө билдәләнә

...Һуңғы йылдарҙа гаджеттар балалар тормошоноң да айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Әгәр ҙә бер нисә йыл элек кенә әсәй-атайҙарҙан “Компьютер артында, телефонда оҙаҡ ултырма, күҙең боҙолор, һаулығыңа, зиһенеңә зыян килер!” – тигән һүҙҙәре йыш ишетһәк, бөгөн ҡыҙғанысҡамы, шатлыҡҡамы, көнкүрешебеҙ IT технологияларға ҡоролған, хатта дәрестәр ҙә онлайн форматта үтә...

2 декабрь Бөтә донъя компьютер менән мөғәлләмә итә белеү көнө билдәләнә
2 декабрь Бөтә донъя компьютер менән мөғәлләмә итә белеү көнө билдәләнә

2 декабрь Бөтә донъя компьютерҙа эшләй белеү көнө билдәләнә.

 Әгәр ҙә  өйҙә торған ҙур процессорлы, айырым экранлы һәм клавиатуралы компьютерҙың, ноутбуктың, планшет-смартфондарҙың телен сисһәгеҙ, тимәк, һеҙ – һанлы өлкәлә белгес.

IT компаниялар һәм төрлө мәғариф ойошмалары төрлө алымдар менән беҙҙә был өлкәгә ҡыҙыҡһыныу уятырға тырыша.

Был байрам төрлө илдәрҙә, шул иҫәптән беҙҙә, Рәсәйҙә лә билдәләнә. Тап был көн һанлы технологиялар менән таныша башлау, ошо өлкәлә белемде камиллаштырыу өсөн уңай. Декабрҙең икенсе көнөндә төрлө марафондар, оҫталыҡ дәрестәре үтә.

Һуңғы йылдарҙа гаджеттар балалар тормошоноң да айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Әгәр ҙә бер нисә йыл элек кенә әсәй-атайҙарҙан “Компьютер артында, телефонда оҙаҡ ултырма, күҙең боҙолор, һаулығыңа, зиһенеңә зыян килер!” – тигән һүҙҙәре йыш ишетһәк, бөгөн ҡыҙғанысҡамы, шатлыҡҡамы, көнкүрешебеҙ IT технологияларға ҡоролған, хатта дәрестәр ҙә онлайн форматта үтә – коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау маҡсаты менән балалар дистанцион тәртиптә уҡыйҙар.

Компьютерҙар ҙа, планшет-смартфондар ҙа тормошото күпкә еңеләйтә, әммә улар менән артыҡ мауығырға ла ярамай. Мөмкин тиклем буш ваҡытты саф һауала, китаптар артында, уйындар менән үткәрергә кәрәк, сөнки һаулығыбыҙ үҙебеҙҙең ҡулда.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: