+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
1 Декабрь 2021, 11:14

1 декабрь Аҡ кәзә көнө

Ҡарҙарҙы аҡ себендәр, күбәләктәр менән сағыштыралар. Ысынында, улар болоттан болотҡа һикереп йөрөгән аҡ кәзәнең йөнө бит ул...

1 декабрь Аҡ кәзә көнө
1 декабрь Аҡ кәзә көнө

Тап Аҡ кәзә беҙгә ҡар килтерә.

Ямғырлап торған ҡыштың тәүге көнөндә уны айырыуса тилмереп көтәбеҙ - был миҙгелгә аяҡ баҫҡанда ябалаҡлап аҡ ҡарҙар яуһа, ҡайһылай ҙа күңеллерәк булыр ине.

Ҡарҙарҙы аҡ себендәр, күбәләктәр менән сағыштыралар. Ысынында, улар болоттан болотҡа һикереп йөрөгән аҡ кәзәнең йөнө бит ул.

Был кәзә оҙон телле, һыуыҡҡа ҡыҙарған алһыу танаулы, ә мөгөҙҙәренә ҡыңғырауҙар эленгән.

Кәзә түбән йөҙгән болоттарҙан тура йорт ҡыйыҡтарына һикерә лә, уйнаҡлап сабып йөрөй, ә артынан аҡ йөндәре ҡар булып ҡойола.

Кәзәләр бик ғорур, хатта тиҫкәре була. Саҡырһаң, килә һалып та бармайҙар.

Шулай ҙа, уларҙы ымһындырыуҙың шәп бер юлы бар - мөмкин тиклем бейек ергә икмәк, алма һалып ҡуйһаң, йүгереп килеп тә етерҙәр әле...

 

Катерина Овчарованан тәржемә.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: