+12 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
30 Ноябрь 2021, 10:19

Йорт хайуандары балаға ниндәй йоғонто яһай?

Зыянмы әллә файҙамы?

Йорт хайуандары балаға ниндәй йоғонто яһай?
Йорт хайуандары балаға ниндәй йоғонто яһай?

Йорт хайуандары – кешеләрҙең яҡын дуҫтары, шуға күрә балаларҙа ла уларға ҡарата һөйөү, ихтирам тәрбиәләү мөһим.

Балала йорт хайуандары менән аралашыу арҡылы миһырбанлыҡ, наҙ, һөйөү, хәстәрлек тойғолары ярала.

Бәләкәйҙән бесәйҙәре, эттәре, сысҡандары һәм башҡа дүрт аяҡлы дуҫтары менән уйнап ҡына түгел, улар хаҡында хәстәрлек күреп үҫкәндәр киләсәктә изге күңелле, иғтибарлы була.

Тап йорт хайуандары балаларҙың иртә үҫешенә булышлыҡ итә.

Психологтар билдәләүенсә, бала йорт хайуандары менән уйнағанда, ул физик яҡтан да, хис-тойғолар, социаль яҡтан да үҫешә.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: